ТУЙЫШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 66 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т. табан 9 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 288 кеше; 1920 — 299; 1939 — 333; 1959 — 286; 1989 — 373; 2002 — 442; 2010 — 475 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары Ярбаш исеме м‑н үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 18 б. 2‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә (тәүге төпләнеүселәрҙең береһе исеменән, уның улдары Туғыҙбай, Хоҙайбирҙе Туйышевтар билдәле). 1795 й. 18 йортта 142 кеше йәшәгән, 1865 й. 55 йортта — 279 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. З.В.Вәлиев, Ф.Ә.Рәхимова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов