ТУҠАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 26 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 456 кеше; 1920 — 607; 1939 — 643; 1959 — 482; 1989 — 503; 2002 — 548; 2010 — 547 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ даруғаның Муса-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Илеш Туҡаев билдәле. 1710 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән), 1759 й., 1762 й. ш. уҡ шарттарҙа — Уҫы даруғаһы Әжәк а. (хәҙ. Борай р‑ны) мишәрҙәр, 1811 й. Түб. Новгород губ. хеҙмәтле татарҙар килеп ултырған. Дворяндар Диваевтар, Чанышевтар йәшәгән. 1795 й. 54 йортта 340 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. Оло Туҡайҙа (Боголюбов) 59 йортта — 347 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. 1‑се Т. һәм 2‑се Т. аа. булараҡ иҫәпкә алынған. Р.М.Диваев, Я.Й.Чанышев ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов