ТУҠАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 — 253 кеше; 1959 — 254; 1989 — 114; 2002 — 109; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Оло Баҙраҡ а. кешеләре нигеҙ һала. Р.Ғ.Нуртдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов