ТУҠАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы‑Ғөбәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1447 кеше; 1920 — 1586; 1939 — 1451; 1959 — 1109; 1989 — 604; 2002 — 634; 2010 — 587 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1765 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 138 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 114 йортта — 658 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов