ТУҠАЙТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 527 кеше; 1920 — 539; 1939 — 532; 1959 — 447; 1989 — 180; 2002 — 152; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Бүләр улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 61 йортта 327 кеше йәшәгән. Игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов