ТУҠТАҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 37 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1499 кеше; 1920 — 1834; 1939 — 1418; 1959 — 942; 1989 — 589; 2002 — 584; 2010 — 658 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са керҙәш башҡорттар һәм типтәрҙәр нигеҙ һала, 1752 й. алып билдәле. 1795 й. 225 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 159 йортта — 869 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет күрһәтелгән. Шулай уҡ Нөгөш булараҡ теркәлгән. Р.М.Ихсанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов