ТУҠТАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Иҫке Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 9 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Расҡалы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 221 кеше; 1920 — 225; 1939 — 155; 1959 — 154; 1989 — 118; 2002 — 141; 2010 — 115 кеше. Мариҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1795 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Ҡыр-Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1795 й. 65 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 20 йортта — 118 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов