ТУҠТАР, Мишкә р‑нындағы ауыл, Тымбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 47 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта Соšаяҙ й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 415 кеше; 1920 — 400; 1939 — 377; 1959 — 336; 1989 — 237; 2002 — 199; 2010 — 162 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1733 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 40 йортта 236 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. В.А.Абукаев-Эмгак ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов