ТУМЫРТҠА ҺЫМАҠТАР (Piciformes), ҡоштар отряды. 6 ғаиләһе, яҡынса 400 төрө билдәле. БР‑ҙа тумыртҡалар ғаиләһенә ҡараған 7 төрө бар. Ваҡ (бәләкәй тумыртҡа, кәүҙә оҙонлоғо 18 см тиклем, ауырлығы яҡынса 32 г) һәм уртаса (ҡара тумыртҡа, ярашлы рәүештә 49 см тиклем һәм яҡынса 450 г) ҙурлыҡтағы ултыраҡ, күсмә һәм күсәр ҡоштар. Күпселегенең ҡауырһын ҡапламы сыбар, сағыу, ҡара тумыртҡаныҡы — ҡара. Суҡышы бырау рәүешле, оҙон, ныҡ. Танау тишеге тын юлдарын соҡоғанда барлыҡҡа килгән ваҡ тапсыҡтар эләгеүҙән һаҡлаусы ҡаты, алға йүнәлтелгән төк һымаҡ ҡауырһындар м‑н ышыҡланған. Теле оҙон, нәҙек, йәбешкәк, осонда осло шырт бар. Аяғы көслө, ҡыҫҡа. Бармаҡтарының үҙенсәлекле урынлашыуы (2‑се һәм 3‑сөһө алға, 1‑се һәм 4‑сеһе артҡа ҡараған) һәм эләктереүсән тырнаҡтары ярҙамында Т. ағас олондары буйлап еңел хәрәкәт итә. Һарыбаш тумыртҡаның 1‑се бармағы редукцияға бирелгән. Т. ҡойроғо (борғандаҡтан башҡа) шына рәүешле, ҡаты, осло ҡауырһындарҙан тора, үрмәләгәндә һәм соҡоғанда терәк булып хеҙмәт итә. Енси диморфизм аҙ беленә, ата ҡоштар түбәһендәге төҫлө таптар м‑н айырыла. Моногам. Үҙҙәре яһаған ағас ҡыуыштарында оя ҡора йәки булған ҡыуыштарҙы биләй. Оялары түшәкһеҙ. Ояла 5—6 йомортҡа була. Инә һәм ата ҡош 11—14 көн буйы баҫа. Олондан йәки ағас ҡайыры эсенән соҡоп алған бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, ҡышын — ылыҫлы ағас орлоҡтары м‑н туҡлана. Бөтә төр урмандарҙа, парктарҙа һәм урман парктарында осрай. Бөтә ерҙә таралған. Урман ҡоротҡостарын юҡ итә, үҫемлектәрҙең орлоҡтарын тарата.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова