ТУНДРА (фин теленән tunturi — урманһыҙ, яланғас ҡалҡыулыҡ), Ер шарының көньяҡтан урмандар, төньяҡтан арктик сүллектәр м‑н сикләнгән субарктик бүлкәтенә хас булған үҫемлектәр донъяһы тибы. Т. урманһыҙлыҡ, күп йыллыҡ үҫемлектәр, ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, мүкһымаҡтарһәм лишайниктарҙыңөҫтөнлөгө, үҫемлек япмаһының полидоминантлығы, мозаик структуралы һәм түбән биол. продукциялы булыуы хас. Башҡортостанда Т. тауһәм һырт баштарындағы (Машаҡ, Ямантау, Оло Ирәмәл һ.б.) экстразональ үҫемлектәр донъяһынан тора, йоҡа ҡатламлы һалҡын һәм ташлы тупраҡтарҙағыҡаялы ҡалдыҡтауҙар, таш ишелмәләре араһындағы яланғас бүлкәттәрҙә (1200—1300 м бейегерәк) таралған (мәңге туңлыҡ булыуы иҫбат ителмәгән). Мүк‑үлән‑ҡыуаҡлыҡ Т. (ҡара: Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге) өҫтөнлөк итә. Тайга һәм һаҙ ҡыуаҡлыҡтары (күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, энәле көртмәле һ.б.), арктоальп (альп ҡырлығурайы, ҡая күрәне, ҡылыс япраҡлы күрән һ.б.), болон (йылан ҡымыҙлығы, ҡымыҙлыҡтар), урман (волга бесәйүләне, европа етеяпрағы, пермь анемонаструмы һ.б.), болон‑һаҙ (күк төлкөғойроҡ) үләндәре, тау‑дала реликттары (альп астраһы, себер патринияһы һ.б.) һәм бейек булмаған ҡыуаҡлыҡтар (ағас тал, алтай айыубаланы, арктика талы һ.б.) үҫә. Мүктәр (дикранум, политрихум төрҙәре, йыйырсыҡлы ретидиум һ.б.), лишайниктар (кладония, цетрария һ.б.) киң таралған. Туңлыҡ күренештәре м‑н таплы Т. (Ирәмәл тауы) барлыҡҡа килеүе бәйле, улар өсөн яланғас балсыҡлы таптар булыуы (йыуылғанда “таш ҡаҙандар” — тау Т. микрорельефы элементы барлыҡҡа килә) хас. Т. флораһындакөпшәле үҫемлектәрҙең яҡынса 100 төрө бар. Т. берлеге антропоген тәьҫирҙәргә (рекреация) аҙ тотороҡло һәм һаҡлауға мохтаж, уларҙың составында БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре, ш. иҫ. эндемиктар (ирәмәл алтынтамыры, Крылов зыягөлө, урал лаготисы һ.б.) һәм Уралда плейстоцен туңлығы осоронда Себерҙең бейек тауҙарынан, Арктиканан килгән (Альп арктоусы, көҙгөллойдия, Леманн таутишәре, теленмә тиерлек ағуна үләне һ.б.) реликттар үҫә. Т. берлеге БР‑ҙа Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Ирәмәл тәбиғи паркы терр‑яһында һаҡлана.

Әҙәб.: Г о р ч а к о в с к и й П.Л. Растительный мир высокогорного Урала. М., 1975; И ш б и р д и н А.Р., М у л л а г у л о в Р.Ю., Я н т у р и н С.И. Растительность горного массива Иремель: синтаксономия и вопросы охраны. Уфа, 1996. Б.М.Миркин,

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова