ТУПРАҠТЫҢ ФЕРМЕНТАТИВ АКТИВЛЫҒЫ, ферменттар ҡатнашлығында тупраҡта матдәләр һәм энергияның каталитик әүерелеү процестары йыйылмаһы. Т.ф.а. серетмәнең синтезы һәм тарҡалыуы, органик берләшмәләрҙең гидролизы һәм тупраҡтың окисланыу‑ҡайтарылыу режимы м‑н бәйле булған иң мөһим биохимик процестарҙың интенсивлығын һәм йүнәлешен билдәләй. Күҙәнәктән тыш (йәшәү дәүерендә үҫемлек тамырҙары, микроорганизмдар, ылымыҡтар, тупраҡтағы умыртҡаһыҙҙар бүлеп сығара) һәм күҙәнәк эсе (тупраҡтағы организмдар һәм үҫемлектәр үлгәндән һуң бүленә) ферменттарының активлығы иҫәбенә формалаша. Т.ф.а. тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре, катализаторҙар, биологик ингибиторҙар барлығы һ.б. м‑н бәйле. Тупраҡ барлыҡҡа килеү процестарының йүнәлешен, тупраҡтың уңдырышлылығы кимәлен, генетик типтарын, эрозияға бирелгәнлеген һәм бысраныуын, агротехнологияларҙың һөҙөмтәле булыуын билдәләй. Т.ф.а. төрлө ферменттарҙың (инвертаза, протеаза, уреаза һ.б.) активлығы хас, ул ваҡыт берәмеге эсендә 1 г тупраҡҡа тарҡатылған субстрат күләме м‑н билдәләнә. Башҡортостанда ҡара тупраҡта һәм һоро урман тупрағында Т.ф.а. юғары; кәҫле көлһыу тупраҡта — түбән. Инвертаза активлығы кимәле (мг/г): йыуылған ҡара тупраҡта — 20,6, типик ҡара тупраҡта — 17,2, һоро урман тупрағында — 12,3, кәҫле көлһыу тупраҡта — 11,0. БР‑ҙа Т.ф.а. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлап Биология институтында (Й.М. Агафарова, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) һәм Башҡорт дәүләт университетында (Н.Ә. Кирәева, Е.И.Новосёлова һ.б.) алып барыла: тупраҡта иң мөһим ферменттарҙың (инвертаза, каталаза, протеаза, фосфатаза) активлығын билдәләү ысулдары эшләнә, тупраҡ энзимологияһының фәнни нигеҙе булараҡ Т.ф.а. системалы экологик концепцияһы уйлап табыла, тупраҡтың төп генетик типтарының активлығы баһалана, тупраҡта төрлө ферменттарҙың кинетик һәм термодинамик константалары билдәләнә, тупраҡ мониторингыһында (ҡара: Экологик мониторинг) ҡулланыу өсөн Т.ф.а. м‑н тупраҡтың төп физик‑химик үҙенсәлектәренең экологик‑генетик бәйләнеше асыҡлана.

Әҙәб.: Х а з и е в Ф.Х. Системно‑экологический анализ ферментативной активности почв. М., 1982; ш у л у ҡ. Методы почвенной энзимологии. М., 2005.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова