ТУПРАҠТЫҢ ФОСФОРЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, тупраҡтың фосфорлы органик (54%) һәм минераль (46%) матдәләре. Фосфорорганик берләшмәләр серетмәлә фосфогумин комплекстары (нуклеин кислоталары, фитин, фосфолипидтар, сахарофосфаттар, фосфопротеиндар ҡалдыҡтары) рәүешендә, минераль Т.ф.б. ортофосфор к‑таһының кальций, магний һ.б. тоҙҙары (апатиттар, фосфориттар, тупраҡтың беренсел һәм икенсел минералдары составындағы ирекле тоҙҙар) рәүешендә була. Тупраҡтың дөйөм фосфат фондында фосфорҙың еңел үҙләштерелеүсе берләшмәләре (башлыса кальций, алюмин, тимер м‑н) яҡынса 2,3% тәшкил итә (фосфорҙың биш окисына күсереп иҫәпләгәндә). А.х. үҫемлектәрен фосфор м‑н тәьмин итеү, тупраҡта фосфорҙың компенсацияланған балансын тотоу өсөн 60 —120 кг/ га фосфорлы ашлама талап ителә. Әселекте арттырыу өсөн һелтеле тупраҡҡа фосфогипс индерелә (ҡара: Тупраҡҡа гипс индереү). Башҡортостанда кәҫле көлһыу тупраҡтың һәм һоро урман тупрағының фосфат фондында органик Т.ф.б. 26 — 44%, минераль Т.ф.б. — 40 — 59, ҡара тупраҡта — ошоға ярашлы 45—69 һәм 30—50% тәшкил итә. Тупраҡтың һөрөнтө ҡатламындағы фосфорҙың миҡдары табл. бирелгән. Тупраҡ профиленең тәрәнлеге м‑н фосфорҙың миҡдары кәмей: тулайым фосфор запастары (фосфорҙың биш окисына күсереп иҫәпләгәндә) кәҫле көлһыу һәм һоро урман тупраҡтарының 1,5 метрлы ҡатламында 8,2 т/га тәшкил итә, ҡара тупраҡтыҡында — 10,2. Төньяҡ урман‑дала зонаһы, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы, Урал аръяғы дала зонаһы, ш. уҡ Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының тупраҡтары еңел үҙләштерелеүсе фосфор м‑н аҙ тәьмин ителә, Урал алды дала зонаһы, көньяҡ урман‑дала зонаһы тупраҡтары уртаса тәьмин ителә. БР‑ҙа Т.ф.б. Аграр университетта (Й.А.Усманов), Биология институтында (М.Н.Буранғолова, Г.А.Кольцова), Ауыл хужалығы институтында (Б.П.Шиленко), “Ишембай” агрохимия хеҙмәте станцияһында, Өфө респ. агрохимия лаб. өйрәнелә.

Әҙәб.: Почвы Башкортостана. В 2 т. Т.1. Эколого‑генетическая и агропроизводственная характеристика /Ф.Х.Хазиев [и др.]. Уфа, 1995; К о л ь ц о в а Г.А., Х а з и е в Ф.Х., Г а б б а с о в а И.М. Фосфатное состояние почв Башкортостана. Уфа, 2001.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова