ТУРГАНОВ Борис Александрович (21.10.1901, С.‑Петербург — 7.5.1980, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Ябай шиғырҙар” (“Простые стихи”; 1930), “Поход аҙымдары” (“Походный шаг”; 1931), “Мәскәү шиғырҙары” (“Московские стихи”; 1947) шиғри йыйынтыҡтар, “Төркмәнстан Республикаһы” (“Республика Туркменистан”; 1930) очерктар китабы һ.б. авторы. Б.В. һуғышы йылдарында Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй. “Чапаев эҙҙәре буйлап. Башҡорт дивизияһы маршы” (“По следам Чапаева. Марш Башкирской дивизии”), “Хоҙайбирҙин” (“Худайбердин”; икеһе лә — 1942 й., 1966 й. яңынан эшкәртә) шиғырҙарында Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостандың батыр улдарына дан йырлана. Ә.Вәли, М.Ғафури, Салауат Юлаев һ.б. шиғырҙарын урыҫ теленә тәржемә иткән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Наше знамя: баллады и песни. Уфа, 1942.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.5. Уфа, 1968.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов