ТУРГЕНЕВИЯ (Turgenia), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Урта Европала, Урта диңгеҙ буйында, Азия һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда киң япраҡлы Т. үҫә. Ҡаты төклө бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 15—60 м. Япрағы ҡауырһын һымаҡ, япраҡ сегменттары оҙонса йәки оҙонса‑ланцет формаһында, тешле. Сәскәләре ал, ҡуйы ҡыҙыл йәки аҡ төҫтә, ситкеләре эрерәк; ҡыҫҡа сәскә һаптарында урынлашҡан. Сәскәлеге — 3—5 төклө‑йөнтәҫ нурҙары булған ҡатмарлы сатыр, сатырҙарының ҡыҫҡа һаптарында 3—5 ике енесле һәм 3—4 ата сәскәләре бар. Урамаһы һәм ваҡ урамаһы, ғәҙәттә, ситтәре ярылы булған 5 япраҡлы. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — йомортҡа формаһына оҡшаш, беренсел һәм икенсел ҡырлы, ҡаты сәнскеләр м‑н ҡапланған һалынҡы емеш, июль—авг. өлгөрә. Сәсеүлектәрҙә, юл буйҙарында һәм тимер юл өйөмдәрендә үҫә. Һирәкләп Хәйбулла р‑нының Яңы Ергән а. эргәһендә осрай (иҫке гербарий өлгөләренән билдәле).

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова