ТУРИСТИК БАЗАЛАР, туристарҙы урынлаштырыу, ашатыу, мәҙәни‑көнкүреш һәм физкультура‑һауыҡтырыуҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән ҡунаҡхана тибындағы пр‑тиелар. Курорт зоналарында, ауыл биләмәләрендә, тәбиғәт ҡомартҡылары эргәһендә урынлашҡан. Йыл әйләнәһенә йәки миҙгелле эшләй. Өфөлә тәүге “Сәләмәтлек” Т.б. 1961 й. асыла. 1964 й. алып респ. “Ағиҙел”, 1972 й. — “Арскийташы”, 1981 й. — “Восход” һ.б. базалар эшләй. 2009 й. респ. 30‑ҙан ашыу Т.б. эшләй.

И.В.Лифанова, О.В.Серова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина