ТУРИСТИК ОЙОШМАЛАР, туристик сәйәхәттәрҙе ойоштороу һәм үткәреүҙе тәьмин иткән учреждениелар (пр‑тиелар). Ҡулланыусыларға хеҙмәттәр комплексын (туроператорҙар) тәҡдим иткән хеҙмәтләндереүсе Т.о. (үҙенең йәки ҡуртымға алынған ҡунаҡханаһы, рестораны, транспорты була); башҡа ойошма (турагенттар) хеҙмәттәрен башҡарған төрҙәре һ.б. айырыла. 1929 й. Башҡортостанда тәүге Т.о. — Башҡ‑н пролетар туризмы ойошмаһы асыла. 1932 й. Башҡ‑н үҙәк балалар экскурсия‑туристик станцияһы (ҡара: Туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге), 1959 й. — БАССР Туризм федерацияһы (ҡара: Туристик спорт союзы), 1960 й. — Башҡ‑н туризм‑экскурсия идаралығы (ҡара: “Баштур”), 1961 й. — Башҡ‑н респ. маршрут-квалификация комиссияһы ойошторола. 1963 й. Өфөлә Туризм һәм экскурсиялар б‑са Башҡ‑н өлкә советы эргәһендә, 1970 й. ш. уҡ Белорет, Бәләбәй, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ҡала сәйәхәт һәм экскурсиялар бюроһы булдырыла. Республикала 300‑ҙән ашыу туристик фирма (2009), ш. иҫ. “Спутник— Юлдаш”, “Крекс”, “Елдәр розаһы” һәм “Тәңре” туроператорҙары, эшләй. Шулай уҡ ҡара: Туристик базалар, Туристик клубтар.

И.В.Лифанова, О.В.Серова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина