ТУРКИН Александр Гаврилович [10.2. 1870, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Үрге Өпәле завод ҡсб, хәҙ. Үрге Өпәле ҡ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Пермь губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Архангело‑Пашийский завод ҡсб), — ҡайһы бер мәғлүмәттәр б‑са, 1919 й. дек., Новониколаевск ҡ. янында], яҙыусы. Уның т‑дағы биографик мәғлүмәттәр бик үк дөрөҫ түгел. Силәбе тау уч‑щеһын тамамлаған. 1890 йй. алып 20 йылға яҡын Силәбе ҡ. йәшәй, адвокат практикаһы м‑н шөғөлләнә, башҡ. халҡы эштәрендә юллаусы булып сығыш яһай, “Голос Приуралья” (“Урал яны тауышы”), “Уральская неделя” (“Урал аҙнаһы”; Екатеринбург ҡ.) гәз. мөхәррир булып эшләй. “Урал миниатюралары” (“Уральские миниатюры”; 1902), “Дала” (“Степное”; 1914) хикәйәләр йыйынтыҡтары, “Исправник”, “Ибраһим” (“Ибрагим”), “Башҡорт Йоманғолов” (“Башкир Юмангулов”), “Дисәтинә” (“Десятина”), “Гонаһ” (“Грех”) әҫәрҙәре авторы, уларҙа Урал, ш. иҫ. Башҡортостан халыҡтарының, рев‑цияға тиклемге көнкүреше, үҙаңдарының уяныуы һәм башҡорттар м‑н урыҫтарҙың дуҫлығы киң сағылдырыла. Т. иртә яҙылған хикәйәләрендә башҡорттар ҡыйырһытылып һәм буйһоноп йәшәгән итеп, һуңыраҡ яҙылғандарында стихиялы рәүештә протест белдергән геройҙар булараҡ һүрәтләнә.

Ә ҫ ә р ҙ.: Душа болит: избр. рассказы. Свердловск, 1960; Повесть, рассказы. Уфа, 1988.

Әҙәб.: Р а х и м к у л о в М.Г. Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985.

И.Ғ.Ҡолһарина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов