ТУТ БӘШМӘКТӘРЕ (Uredinales), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр рәте. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, бөтә ерҙә лә таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең облигат паразиттары (тере күҙәнәктәрҙең эслеге м‑н туҡлана): бер (спора осороуҙың бөтә формалары ла бер үҫемлектә бара— трифрагмиум, фрагмидиум төрҙәре һ.б.) һәм төрлө хужалылар (гаплоид стадияла — бер, диплоидта — икенсе төрҙә, мәҫ., кронарциум). Спора осороуҙың бөтә формалары ла йәки уредо‑ һәм телейтоспоралар барлыҡҡа килгән үҫемлектәр төп хужалар, пикнидалар һәм эцидиялар м‑н — ваҡытлы хужалар булып тора. Т.б. зарарланған ағзаларҙа тутлы‑көрән спора онтағы булған пустулалар (ҡыуыҡ рәүешле күберсектәр) барлыҡҡа килеү м‑н ҡылыҡһырлана. Күпселек төрҙәрҙең бәшмәклек күҙәнәктәрендә һәм спораларында ҡыҙғылт һары пигментлы май бар. Т.б. үҫемлектәрҙең ер өҫтө өлөштәрендә үҫешә, споралар ярҙамында үрсей. Мицелийы күҙәнәк‑ара, хужаның күҙәнәк ҡыуышлыҡтарына үтеп инеүсе, туҡлыҡлы матдәләрҙе йотоусы гаусториялары бар. Үҫеш циклында спора осороуҙың 5 тибы бар: спермагониялар (пикнидалар), эцидиоспоралар, уредоспоралар, телейтоспоралар һәм базидиоспоралар (споридиялар). Үҫеш фазалары ядроның билдәле бер торошона тура килә: гаплофаза (спермагониялар һәм споридиялар), күҙәнәктәрҙә хромосомаларҙың гаплоид йыйылмаһы бар; дикариофаза (эцидоспоралар һәм уредоспоралар), күҙәнәктәрҙә төрлө енестәрҙең ҡушылмаған ядролары бар; диплофаза (телейтоспоралар) — ядролар ҡушыла. Зарарланған үҫемлектәрҙә (ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, ҡырағай үләндәр, иген культуралары, техник культуралар) матдәләр алмашыныуы, һыу балансы боҙола, фотосинтездың интенсивлығы түбәнәйә, зарарланған өлөштәрҙә оролар, шештәр һ.б. рәүешендәге гипертрофия һәм деформация барлыҡҡа килә. Т.б. ауыл хужалығы культуралары уңышында ҙур юғалтыуҙар тыуҙыра.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова