ТУШҠЫР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Тушҡыр й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1533 кеше; 1920 — 1675; 1939 — 1447; 1959 — 882; 1989 — 638; 2002 — 522; 2010 — 436 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Штәнде урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. аҙ. — 18 б. башында Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1711 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар, 1733 й. ш. уҡ шарттарҙа — типтәрҙәр, 1808 й. типтәрҙәрҙең яңы төркөмө һәм мишәрҙәр төпләнгән. 1795 й. 21 йортта 149 кеше йәшәгән, 1865 й. 148 йортта — 792 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 һыу тирмәне, тимерлек, 3 бакалея кибете, пристань теркәлгән. 1939 й. Иҫке Тушҡыр (1271 кеше) һәм Яңы Тушҡыр (178 кеше) аа. булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов