ТҮБӘН ТЕМПЕРАТУРАЛАР ФИЗИКАҺЫ, 90,19 К (‑182,96°С; кислородтың шыйыҡ хәлгә күсеү т‑раһы) алып абсолют нулгә (‑273,15°С) тиклем т‑раларҙа булған системаларҙың (есемдәрҙең) физик үҙсәнлектәрен өйрәнгән физика бүлеге. Т‑ра түбәнәйгәндә квант тәбиғәтле макроскопик күренештәр (шыйыҡ хәлдәге гелийҙың булыуы, үтә ағыусанлыҡ, юғары үткәреүсәнлек күренештәре) күҙәтелә; есемдәрҙең үҙсәнлектәрен тасуирлау өсөн квазиөлөшсәләр (фонондар, тишектәр, магнондар һ.б.) төшөнсәһе индерелә. Т.т.ф. ш. уҡ үткәреүсәнлелеге юғары булған материалдарҙы алыу һәм түбән т‑раларҙы техникала (газдарҙы айырыу, юғары вакуумды алыу һ.б.), электроника һәм радиотехникала (аппаратураның шау‑шыуын баҫыу, үткәреүсәнлелеге юғары плёнкалар, сымдар һәм магнит подшипниктар, энергия туплағыстар алыу өсөн күләмле изделиелар яһау һ.б.), медицинала (тире, енес‑бәүел ауырыуҙарын һ.б. дауалау, тере туҡымаларҙы консервациялау) ҡулланыу мәсьәләләрен тикшерә. Башҡортостанда БДУ‑ла 20 б. 70‑се йй. алып юғары үткәреүсәнлек (М.Х.Харрасов), 80—90‑сы йй. — юғары т‑раларҙа керамик системаларҙың юғары үткәреүсәнлегенең флуктуация теорияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр башланған, перовскит нигеҙендәге керамик системаларҙың юғары үткәреүсәнлеге билдәләнгән (А.У.Абдуллин, Н.Р.Ҡыҙырғолов, Харрасов). 80‑се йй. аҙ. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында юғары т‑ралы юғары үткәреүсән керамикаларҙың һәм композит материалдарҙың структураһына һәм үҙсәнлектәренә ҡыҙҙырмалы пластик деформацияның тәьҫире өйрәнелә (етәкс. М.Ф.Имаев); деформацияның (квазигидростатик баҫым аҫтында ултыртыу, экструзия, уралтыу) структура‑фаза хәленә һәм ток үткәреү һәләтлегенә тәьҫире; деформацияланған керамикала юғары үткәреүсәнлек фазаһы тергеҙелеүенең үҙенсәлектәре (Е.В.Автократова) тикшерелгән; керамиканың ыуалыусан хәлдән һығылмалылыҡ һәм үтә һығылмалылыҡ хәленә күсеүенең структура һәм температура‑тиҙлек шарттары билдәләнгән (Р.М.Имаев, О.Ә.Ҡайбышев); деформацияланыу һәм деформация ваҡытында текстура формалашыу механизмдары (Д.Б.Кәбирова, Р.О.Ҡайбышев, Ф.Ф.Мусин, М.Р.Шәһиев һ.б.), керамикала бөртөктәр үҫеү шарттары асыҡланған (Кәбирова); квазигидростатик баҫым тәьҫирендә керамика һәм композит фазаларының иреү т‑раһы күпкә артыу эффекты асылған (Р.Р.Дәминев, В.А.Попов, А.А.Якубенко); деформацияланған керамика һәм композиттарҙа магнит ағымы пиннингының (дефекттарҙа йәки структура элементтарында өйөрмәле һыҙыҡтарҙың тороп ҡалыуы) эшләгән үҙәктәре билдәләнгән (Дәминев); юғары ток үткәреүсәнлек һәләте булған юғары т‑ралы ғәҙәттән тыш үткәреүсәнлекле дискылар һәм ҡуласалар алыуҙың фәнни нигеҙҙәре уйлап табылған (М.Ф.Имаев). 2007 й. башлап Мәскәү технологиялар һәм идара итеү ун‑тының филиалында (Мәләүез ҡ.) “түбән температуралар техникаһы һәм физикаһы” һөнәре б‑са белгестәр әҙерләнә.

М.Х.Балапанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов