ТҮБӘНГЕ АҠБИРҘЕ, А ҡ т а ш, Д о л г и й у т а р ы, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Аҡбирҙе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 266 кеше; 1920 — 463; 1939 — 756; 1959 — 400; 1989 — 156; 2002 — 170; 2010 — 127 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 19 б. 60‑сы йй.) Орск өйәҙендә Түб. Аҡбирҙе утары булараҡ нигеҙ һалына, 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 50‑се йй. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендәге Канонников тауытәбиғәт ҡомартҡыһы.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов