ТҮБӘНГЕ ТРОИЦК УРТА МӘКТӘБЕ, Туймазы р‑нында урынлашҡан. 1881 й. халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1905 й. алып 1 класлы земство уч‑щеһы, 1907 й. башлап буҫтау фабрикаһы эргәһендәге 3 класлы уч‑ще, 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Китапханаһы, спорт залы, компьютер кабинеты, уҡыу оҫтаханаһы, мәктәп тарихы музейы, мәктәп яны участкаһы бар. 1945 й. башлап мәктәпте 3,6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2014). Мәктәп бинаһына тамамлаусылар А.М.Лысенковҡа (1968) һәм Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған А.А. Титоровҡа (2003) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Р.Н.Шәрипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина