ТҮРҺӘГӘҘЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Таштамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 14 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Түрһәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 414 кеше; 1920 — 363; 1939 — 242; 1959 — 164; 1989 — 179; 2002 — 174; 2010 — 917 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Толбазы башҡорт гимназияһы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Терҫәгәҙе (Түрәгәҙе) исеме м‑н билдәле. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 52 йортта 306 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов