ТЫҒЫН, Оло Әүнәр й. басс. һаҙлыҡ. Белорет р‑ны Николаевка а. 16 км алыҫлыҡта Оло Ирәмәл тауы һәм Әүәләк һырты араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 50 га; һаҙлыҡ аша Тығын й. (Оло Әүнәр й. ҡушылдығы) аға. Һаҙлыҡ өҫтө сиратлашып торған ҡалҡыулыҡтарҙан, өйөмдәрҙән һәм бураҙналарҙан (бейеклектәре 1,5— 2,5 м, киңлектәре 15—20 м, оҙонлоҡтары 50—70 м) ғибәрәт, улар оҙаҡ ваҡыт туңған хәлдә була. Үҙәк өлөшөндә — эске күлдәр (оҙонлоғо 50 м, киңлеге 20 м), төньяғында һыу м‑н тулған 6 ҡоҙоҡ (тәрәнлектәре 6—7 м) бар. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Тәпәш ҡайындар, күк көртмәле, кәкүк етене, мораҡ, һаҙмүге һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, ҡыҙыл төлкө, үр ҡуяны, һыуһар һ.б. йәшәй. Уралтау заказнигы терр‑яһында урынлашҡан.

Ә.М.Гәрәев, Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев