ТЮЛЬПАН (Tulipa), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә (башлыса Урта Азияла) таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һуғанбашы ҡуйы һоро тиресәле тәңкәләре булған йомортҡа формаһында. Һабағы төҙ, цилиндр формаһында, бейеклеге 10 — 40 см. Япраҡтары (2 — 3) ланцет. Сәскәләре яңғыҙар, төҙ, сәскә бөрөһөндә — һалынҡы. Сәскә эргәлеге япраҡсалары 15 — 35 мм оҙонлоҡта, бер аҙ осло; яр буйы Т. — һары йәки ҡыҙғылт, Биберштейн Т. — һары, һалынҡы Т. — аҡһыл миләүшә төҫөндә, төбө һары. Апр. аҙ. — майҙа сәскә ата. Емеше — йомортҡа формаһындағы ҡумта, осо осло, июндә өлгөрә. Яр буйы Т. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында һәм респ. төньяҡ‑көнсығышында, Биберштейн Т. — далаларҙа, ҡоро болондарҙа, урман аҡландарында һәм ситтәрендә, һалынҡы Т. ташлы һәм балсыҡлы далаларҙа үҫә. Башлыса респ. көньяҡ, һирәгерәк үҙәк райондарында осрай. Декоратив үҫемлектәр. Составында витаминдар, крахмал һ.б. булған һуғанбаштары ашарға яраҡлы. Биберштейн Т. һәм һалынҡы Т. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Н.Миронова

Тәрж. Г.А.Миһранова