ТҮШ БИҘӘҮЕСТӘРЕ, ҡатын‑ҡыҙҙар байрам, йола ваҡытында йәки көндәлек кейгән кейеменә таҡҡан (ҡара: Башҡорт кейеме). Башҡорттарҙың Т.б. (түшелдерек, хәситә, муйынсаҡ, төйрәүес һ.б.) традицион биҙәүестәр йыйылмаһына ингән, төбәк үҙенсәлектәре м‑н айырылған. Түшелдерек м‑н хәситәне күлдәк йәки камзул өҫтөнән кейгәндәр. Улар мәрйен, сәйлән, ваҡ диңгеҙ ҡабырсағы, тәңкәләр баҫылған беше туҡыманан (эсенә буҫтау йәки йоҡа кейеҙ һалып тегелгән ҡыҙыл туҡыма) һәм билдәле бер тәртиптә тегелгән тар туҡымаларҙан торған. Көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ башҡорттарының түшелдеректәре (селтәр) ҙур, оҙонса булған, уға биҙәүесте тотоп торған киң билбау ҡушып тегелгән. Уның өҫкө яғына мәрйендән түңәрәк йәки ярым түңәрәк рәүешендәге тығыҙ биҙәк төшөрөлгән, ситенә тәңкәләр тегелгән, бил тәңгәленә буйлатып бер нисә рәт тәңкә баҫҡандар, аҫҡы яғы мәрйендән теҙелгән селтәр һәм тәңкә м‑н тамамланған. Урал аръяғы башҡорттарының түшелдереге (яға) трапеция рәүешендә булған, ситтәренә тәңкә, мәрйен тегелгән, уртаһы мәрйендән теҙелгән селтәр, тәңкәләр, сулпы һәм бауға баҫылған эре тәңкә һәм айылдар м‑н биҙәлгән; ҡайһы берҙә уны яурынға беркетеп, иңһәлек м‑н бергә кейгәндәр. Төньяҡ‑көнсығыш башҡорттарының түшелдереге (муйынса) бәләкәй булған, туҡыма өҫтөнә тәңкәләр бер‑береһенә тығыҙ итеп тегелгән, ҡайһы берҙә — муйынсаҡ, һирәкләп мәрйен м‑н биҙәлгән. Көньяҡ-көнбайыш башҡорттарының түшелдереге (һаҡал) оҙонса, ярым түңәрәк формала булған, муйын тирәләй түңәрәк “яға” тегелгән, уртаһы эре тәңкә, айыл, сулпы, епкә теҙелгән муйынсаҡтар м‑н биҙәлгән, сите эре мәрйен баҫылған киң таҫма м‑н ҡаймаланған. Ҡайһы берҙә уны иңһәлек м‑н таҡҡандар. Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һул яурындан уң ҡул аҫтына ҡыя бәйләнгән әмәйлек, медальон һәм тәңкә м‑н биҙәлеп, дүңгәләкле сылбырҙан эшләнгән өс ҡатлы муйынсаҡ (һырға), оҙон, сыңлап торған сулпылы алынмалы яға (яға сылбыры), муйын тәңкәһе, гәрәбә муйынсаҡ кейгән. Күп мәрйен һәм тәңкә теҙелгән ауыр түшелдеректәрҙе күберәк кейәүҙәге ҡатындар йөрөткән. Йәш ҡыҙҙар мәрйен муйынсаҡ таҡҡан. Т.б. араһында ярым аҫыл таштарҙан эшләнгән муйынсаҡтар, уҡа һәм тәңкә баҫылған ай рәүешендәге биҙәүестәр (һаҡалтай) һ.б. киң таралған була. Т.б. талисман, һаҡлағыс ролен үтәгән. Татар, удмурт, мари, сыуаш, Урта һәм Алғы Азия халыҡтарында булған.

Әҙәб.: А в и ж а н с к а я С.А. Украшения из кораллов, бисера и монет //Авижанская С.А., Бикбулатов Н.В., Кузеев Р.Г. Декоративно‑прикладное искусство башкир. Уфа, 1964; Башкирские нагрудные украшения из кораллов и монет: [альбом‑кат.]. Уфа, 2006.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова