ТҮБӘНГЕ ХӘЖӘТ ХАЗИНАҺЫ, 14 б. археологик ҡомартҡыһы. 1931 й. Шишмә р‑ны Түбәнге Хәжәт а. янында ауыл халҡы тарафынан ер һөргән ваҡытта табыла. 8 тимер әйберҙән тора: 2 ҡолаҡлы балта, һабан төрәне һәм ҡырҡҡысы, ураҡтар, тәпкеләр һәм 2 көмрө салғы. Т.Х.х. Алтын Урҙа осоронда Урал буйында һабан игенселеге таралыуын раҫлай. Хазина материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: А х м е р о в Р.Б. Некоторые вопросы этногенеза башкир //Советская этнография. 1952. №3; Я н г у з и н Р.З. Хозяйство башкир дореволюционной России. Уфа, 1989.

 

 

 

 

 

 

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков