ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, ҡаты, шыйыҡ йәки газ хәлендәге матдәләр (тултырғыстар) сағыштырмаса тигеҙ урынлашҡан өҙлөкһөҙ полимер фазалы (матрицалы) гетероген системалар. Тултырғыс сифатында аҡбур, тальк, ҡором, каолин, ағас оно, быяланан матдәләр, икенсел полимер сеймал һ.б. ҡулланыла. Сығышы б‑са органик йәки органик булмаған (минераль); төҙөлөшө б‑са — порошок, гранула, сүс, табаҡ; полимер м‑н үҙ‑ара йоғонтоһо б‑са инерт, актив Т.п. бүленә. Тултырғыстар продуктҡа кәрәк үҙенсәлек биреү, төп компонентты экономиялау өсөн индерелә. Т.п. уларҙың миҡдары масса б‑са 45—50% тәшкил итә, юғары Т.п. полимерҙың миҡдарынан 3 һәм унан да күберәк. Матрица һәм тултырғыстың төрө б‑са термопластар һәм ҡаты тултырғыслы термореактив полимерҙар, газ менән тулыландырылған полимерҙар, май һәм ҡором тултырылған синтетик каучуктар (ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар), лак‑буяу материалдары (ҡара: Лак һәм лак‑буяу материалдары) айырыла. Тултырғыстың тәбиғәтенә ярашлы Т.п. графитопластар, ағас ҡатламлы пластиктар, быяла пластиктар, углепластиктар, органопластиктарға һ.б. бүленә. Тултырғыстар Т.п. ныҡлығына, ҡатылығына, йылыға сыҙамлылығына, йылы үткәреүсәнлегенә, агрессив мөхиттәр тәьҫиренә тотороҡлолоғона, диэлектрик һәм фрикцион үҙенсәлектәренә йоғонто яһай. Сүсле тултырғыстарҙы (синтетик полимерҙар, кварц, металл сүстәр һ.б.) ҡулланғанда Т.п. анизотроп структура м‑н характерлана (ҡара: Арматураланған пластиктар). Порошок хәлендәге тултырғыслы Т.п. төрлө конструкциялы бутағыстарҙа йәки валецтарҙа, сүсле, туҡыманан эшләнгән һәм башҡа оҡшаш тултырғыслы Т.п. полимерҙың иретмәһенә (эретмәһенә) мансып һәм артабан термик юл м‑н эшкәртеп әҙерләнә. Башҡортостанда Т.п. нигеҙе сифатында поливинилхлорид, полиэтилен, полипропилен, фенол‑формальдегид ыҫмалалары һ.б. сығарыла. Кремний диоксиды (аҡ ҡором), балсыҡ, аҡбур (“Сода” ААЙ), быяла‑сүс материалдар (“СТЕКЛОНиТ” ААЙ) кеүек тултырғыстар; Т.п. нигеҙендә халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү (“Авангард”, “Каустик”, “Уфимкабель” пр‑тиелары) үҙләштерелгән. Т.п. алыу ысулдарын камиллаштырыу һәм уларҙың технологик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу б‑са фәнни‑тикшеренеү эштәре үткәрелгән. Полимерҙарҙы эшкәрткәндә тултырғыстар һәм технологик өҫтәмәләр сифатында ҡулланыу өсөн Р.М.Әхмәтханов, С.В.Колесов тарафынан поливинилхлоридты, винилхлорид, полиэтилен, полипропилен сополимерҙарын элементлы көкөрт, аҡбур, ағас‑целлюлоза материалдары м‑н ҡатышмаһын юғары т‑рала ваҡлап юғары дисперслы порошоктар эшләнгән. Аҡбурҙың өҫтөн, ағас онон сайырҙың ыҫмала к‑талары м‑н модификациялап полиизобутилен м‑н бәйләнештә хемототороҡло герметиклаштырыусы составтар алыуға яраҡлы гидрофоб препараттар эшләнгән (А.И.Ильясова, Ю.А.Сангалов). Модификацияланған аҡбурҙан һәм түбән молекуляр полиэтилендан (Сангалов) сургуч массаһы кеүек юғары тулыландырылған термоҡайтмалы композициялар тәҡдим ителә. Поливинилхлоридҡа актив тултырғыс сифатында пентапласт (15—20%) өҫтәүҙең ҡатышмаларҙы эшкәртеүҙе һәм продукттың физик‑механик үҙенсәлектәрен яҡшыртыуға килтереүе асыҡланған (Ильясова, Н.М.Ишморатова).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ф.А.Ғималова