ТУРАХАН КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Шишмә р‑ны Түб. Тирмә а. янында Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) һул ярында урынлашҡан. 1845 й. В.С.Юматов тарафынан тасуирлана, 1976 й. Е.Л.Хворостова, 1988 й. Г.Н. Гарустович өйрәнә. Кәшәнәнең (бейеклеге 5,4 м) нигеҙе дүрткел (тышҡы стенаһының киңлеге 6,6 м, эскеһенеке —4,4 м; бейеклеге 3,2 м), ҡоролма вулкан туфынан һалынған көмбәҙ формаһындағы 8 ҡырлы түбә (эс яҡтан ярым шар рәүешендә) м‑н осланған. Стеналары (ҡалынлығы 1,1 м) эзбизташ һәм ҡомташ плиталарҙан һалынған. Ишеге (бейеклеге 2,5 м, киңлеге 1,5 м) көнсығышта, көмбәҙ һымаҡ түшәмле, майҙансыҡлы һәм баҫҡыслы порталдан (бейеклеге 3,4 м) ғибәрәт. Көнбайыш һәм көньяҡ стеналарында арка формаһындағы тәҙрә уйымдары бар. 2 ҡәбер табылған. Мәйеттәрҙең береһе ағас табутҡа салҡан, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып һалынған; түңәрәк биҙәк сигелгән оҙон күлдәгенең ҡалдыҡтары һаҡланған. Хайуан һөйәктәре табылған. Болғар тибындағы иртә мосолман ерләү ҡомартҡылары иҫәбенә инә.

Әҙәб.: М а ж и т о в Н.А., С у л т а н о в а А.Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа, 2009.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков