ТӘФТИЛӘҮ, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың варианттары тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫтырып сығарыла. “Т.” артабанғы варианттарын М.А.Буранғолов, Р.Л.Ғәбитов, Л.Н.Лебединский, Ф.А. Нәҙершина, А.И.Оводов, К.Й.Рәхимов, И.В.Салтыков, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. яҙып ала. Лирик‑драматик характерҙағы йыр. Рус армияһының ген.‑майоры А.И.Тәвкилев исеме м‑н аталған. 1735 — 36 йй. ихтилал [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735 40)] айҡанлы ижад ителгән. Йырҙа башҡ. ихтилалдарын баҫтырғанда ябай халыҡҡа ҡанһыҙ булған Тәвкилевкә нәфрәт һәм ҡарғыш белдерелә. “Т.” бер шиғри вариантында ихтилалдар етәкселәре Аҡай Күсемов һәм Килмәк Нурышев исемдәре иҫкә алына. Үҙгәреүсән метроритмик төҙөлөшлө “Т.” көйө нигеҙендә — мажор пентатоникаһы. Йырҙың ижекте боролмалы һуҙып йырлауға ҡоролған орнаментҡа бай булыуы көйгә моңлолоҡ, тәьҫирлелек, үҙенә башҡа киңлек өҫтәй. Башҡарыусылар араһында А.М.Айытҡолов, Р.Ғ.Бүләкәнов, Ә.Д.Исҡужин, Р.Р.Ҡарабулатов. Йырҙы А.М.Ҡобағошов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: К а м а е в Ф.Х., Ш о ң ҡ а р о в Н.Д. 400 башҡорт халыҡ йыры=400 башкирских народных песен. Өфө, 2011.

Г.Ә.ИшкининаТәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Нотная запись песни