ТУЙМАЗЫ МУЗЕЙЫ. Милли музей филиалы (1989). Туймазы ҡ. урынлашҡан. 1973 й. тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола. Экспозицияһы 1990 й. асыла. Музей фондында 43 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. этнография (башҡорт кейеме, ш. уҡ Башҡортостан халыҡтарының кейеме, ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы, сигеү, туҡыусылыҡ әйберҙәре һ.б.), нумизматика, картиналар (рәссамдар Д.Н. Ишемғолов, Х.Н.Латипов, В.М. Литвинов, Ә.Х.Ситдиҡова, И.М.Шәмсиев, “Артыш” ижади берекмәһе ағзалары), наградалар һ.б. коллекциялары. 6 залда урынлаштырылған экспозиция хәрби дан, Туймазы р‑ны һәм Туймазы ҡ. тарихы, уларҙың экологияһы; флора һәм фаунаға, Башҡортостан халыҡтарының матди мәҙәниәтенә арналған бүлектәрҙән тора. “Сталинград һуғышы”, “Күл”, “Йыртҡыстар”, “Ҡышҡы урман” һ.б. диорамалар бар. Музейҙа тематик лекциялар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, Дәүләт пр. лауреаттары, РФ‑тың һәм БР‑ҙың атҡ. уҡытыусылары һ.б. м‑н осрашыуҙар үткәрелә.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов