ТЮФЯКОВ Сергей Михайлович (1.4.1949, Өфө), баянсы, педагог. Проф. (1996). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1973; педагогы В.Ф.Беляков), 1975—79 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында стажировка үтә (Мәскәү; етәксеһе А.А.Сурков). 1974 й. алып ӨДСИ‑ла уҡыта, 1991 й. — музыка ф‑ты деканы, 2006–15 йй.ӨДСИ‑нең ситтән тороп уҡыу б‑са проректоры, бер үк ваҡытта 1973–95 йй. Башҡ. филармонияһы солисы. Т. башҡарыу сәнғәте тәрән хислелек, темперамент, виртуоз техника, артислыҡ, ансамблде нескә тойоу һәләте м‑н айырылып тора. Репертуарында сит ил, Ватан һәм башҡ. композиторҙары әҫәрҙәре, ш. уҡ башҡ., татар, урыҫ халыҡ йырҙары эшкәртмәләре. 1987 й. алып БР‑ҙың атҡ. артисы В.В.Грачёв һәм В.В.Фильчёв м‑н баянсылар триоһы составында сығыш яһай. Рәсәй, Германия, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан буйлап гастролдәрҙә була. 4 фәнни-методик хеҙмәт авторы. “Фогтланд музыка көндәре” (“Фогтландские дни музыки”) Халыҡ‑ара баянсылар һәм аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Клингенталь ҡ., ГДР, 1978).

Әҙәб.: В творческом поиске. Уфа, 2000; Вехи становления и развития. Уфа, 2008.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова