ТУЙМАЗЫ ҺӨТ ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына сыр комплексы (1969 й. нигеҙләнгән), һөт киптереү (1975), айыртылмаған һөт (1988) цехтары инә. 2009 й. 137 кеше эшләгән; етештерелгән (мең т): киптерелгән һөт сывороткаһы һәм айыртылған һөт — 1,1, ҡаты сыр — 2,5, һыйыр майы — 0,5, айыртылмаған һөт продукцияһы — 2,6. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1957 й. Туймазы ҡала һөт з‑ды булараҡ эксплуатацияға тапшырыла, 1976 й. алып Туймазы май-сыр комб‑ты, 1996 й. — “Туймазымолоко” ААЙ, 2002 й. хәҙ. исемен ала, “Вимм-Биль‑Данн” (Мәскәү) компаниялар төркөмө составына инә.

Р.М.Шафиҡова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев