ХЛЁСКИН Николай Артемьевич (1891, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленск а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а. — 9.8.1960, Өфө), химик. 1911—19 йй. Мәскәү юғары техник уч‑щеһында уҡыған. 1915—17 йй. Рәсәй Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтендә (Мәскәү) противогаздар етештереү оҫтаханалары һәм складтары мөдире, 1918 й. алып Хәрби эштәр б‑са Мәскәү өйәҙ комиссариатында хәрби складтар мөдире. 1919 й. башлап тыуған ауылында 2‑се баҫҡыс мәктәп уҡытыусыһы, Табын кантон ХХС‑ы рәйесе. 1922—52 йй. алып Красноусол быяла з‑дында: производство мөдире, техник етәксе, 1942 й. алып баш инженер. Х. етәкс. быяла массаның ирекле өҫкө йөҙөнән табаҡлы быяла етештереү ысулы уйлап табыла (1951). Сталин пр. лауреаты (1951).

Тәрж. А.Н.Күсеев