ХӘБИРОВ Радий Фәрит улы (20.3.1964, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Һайран а.), дәүләт эшмәкәре, БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Юридик ф. канд. (1998). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1989) шунда уҡ уҡыта, 1998 й. алып Хоҡуҡ ин‑тында юридик ф‑т деканы урынбаҫары, 2002 й. — директор. 2003 й. башлап БР Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 й. алып РФ Федераль йыйылышы һәм сәйәси партиялар м‑н үҙ‑ара эш итеү департаменты нач., 2009 й. — Эске сәйәсәт б‑са РФ Президенты идаралығы нач. урынбаҫары. 2017 й. башлап Мәскәү өлк. Красногорск ҡала округы башлығы. 2018 й. алып БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре тәбиғәт ресурстары, аграр, экологик һәм муниц. хоҡуҡҡа арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Бурысҡа тоғролоҡ” орд. м‑н бүләкләнгән (Ҡырым Респ.; 2015).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 Текст на русском языке