ХРУСТАЛИ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Торонтайыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Ҡорһаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 79 кеше; 1939 — 284; 1959 — 326; 1989 — 364; 2002 — 112; 2010 — 62 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендәутар булараҡ нигеҙ һалына. 30‑сы йй. башлап ҡасаба булараҡ теркәлгән, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев