ХУДОЖЕСТВО МӘКТӘБЕ №2, өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1962 й. 2‑се Балалар художество мәктәбе булараҡ асыла. Һынлы сәнғәт, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫтаханалары, сәнғәттәр тарихы кабинеты, китапханаһы, балалар картиналар галереяһы (2001 й. алып; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) бар; методика берекмәһе эшләй, мастер‑кластар үткәрелә. Мәктәп м‑н БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре В.В.Кириченко (1962—87 йй. дир.), Г.Е.Голубев (2000—10 йй. дир.), И.Ә. Севастьянова, Ә.Ш.Ҡашаев, Б.А.Самосюк, О.А.Самосюк һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортонда 29 уҡытыусы эшләй, уларҙың күбеһе Рәссамдар союзы ағзалары булып тора. Мәктәпте 5900 кеше тамамлаған (2018), ш. иҫ. А.А.Буганин, Е.А.Винокуров, А.А.Дворник, Р.Й.Миңлебаев, Р.Р.Мәғлиев. Уҡыусылар араһында халыҡ‑ара (165), бөтә Рәсәй (257), төбәк‑ара (67), респ. (120) ижади конкурстары һәм күргәҙмәләре лауреаттары һәм дипломанттары бар (2004—18). Х.м. №2 — А.Э.Тюлькин ис. Бөтә Рәсәй балалар сәнғәт ижады конкурсын үткәреү инициаторы һәм ойоштороусы (1999 й. башлап йыл һайын; 2005 й. — 2 йылға 1 тапҡыр). Уҡыусыларҙың ижади эштәре Рәсәйҙәге, АҠШ‑тағы, Белоруссиялағы, Канадалағы, Төркиәләге, Франциялағы, Япониялағы күргәҙмәләргә ҡуйыла. Нестеров М.В. исемендәге художество музейы, Тюлькин А.Э. йорт‑музейы, БР Рәссамдар союзы, Педагогия университеты, Сәнғәт институты һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Әҙәб.: Детская художественная школа №2: юбил. изд. /авт.‑сост. Г.Е.Голубев, И.А. Севастьянова. Уфа, 2002; IХ Открытый республиканский конкурс детского художественного творчества им. А.Э.Тюлькина: каталог. Уфа, 2009.

И.Ә.Севастьянова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова