ХУДОЖЕСТВО ТӨРКӨМДӘРЕ ҺӘМ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, сәнғәткә ижади мәнфәғәттәр, эстетик йүнәлештәр һәм идеологик ҡараштар берҙәмлеге м‑н бәйле булған күргәҙмәләр эшмәкәрлеге нигеҙендә ойошҡан рәссамдар консолидаöияһы. 20 б. аҙ. Башҡортостанда байтаҡ художество төркөмдәре — “Һары бейә”; берекмәләре: “Сыңғыҙхан”, “Артыш”, Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы һ.б. барлыҡҡа килә.

“Инйәр”, ижади төркөм. 1989—93 йй. Өфөлә эшләгән. Ойоштороу иниöиаторҙары — Е.А.Винокуров, К.Ғ.Ғөбәйҙуллин, А.В.Кулинич, А.Р. Тереғолов. Составына 30‑ҙан ашыу рәс­сам, ш. иҫ. Н.Ғ.Байбурин, Е.Борзых, А.К.Головченко, И.Ҡ.Ғәзизуллин, Р.Х.Ғәйетов, М.И.Дәүләтбаев, Д.Н. Ишемғолов, М.Д.Кузнецов, Н.С. Латфуллин, В.Н.Лесин, Н.А. Пахомов, М.Г.Спиридонов, Р.З. Харисов, Р.Х.Әхмәтвәлиев, ингән. Төркөмдөң күргәҙмәләре Өфөлә, “Март” төркөмө м‑н берлектә Мәскәү, Париж, Нью‑Йорк ҡҡ. үткәрелгән.

“Март” (М‑АРТ), художество төркөмө. 1989—93 йй. Өфөлә эшләгән. Ойоштороу иниöиаторҙары — С.Б. Краснов, Р.Р.Латипов. Төп составына Р.Р.Абдуллин, А.А.Буганин, Л.Н.Ғәлиева, А.Н.Журкин, С.Н.Игнатенко, Р.Р.Ҡадиров, В.А.Мельников, Т.И.Нефёдова, И.В.Тонконогий ингән. Күргәҙмәләре Өфөлә, “Инйәр” төркөмө м‑н берлектә Мәскәүҙә, Парижда, Нью‑Йоркта үткәрелгән.

“Сағылыш”, художество төркөмө. 1990—92 йй. Өфөлә эшләгән. Ойоштороу иниöиаторы — Б.В.Филинов. Төп составына Н.И.Куприянов, С.В.Маджар, В.И.Пастухова, М.М. Ткач, һуңыраҡ Р.Н.Бураҡанов, Р.Ғ. Вәкилев, Р.Ш.Заһиҙуллин, Г.В.Карпов һ.б. ингән. Күргәҙмәләре Өфө, Силәбе, Стәрлетамаҡ ҡҡ. үткәрелгән.

“Бизмән”, художество төркөмө. 1994—95 йй. Өфөлә эшләгән. Составына Р.М.Абдуллин, Г.Ғ.Калитов, У.Ғ.Мөхәмәтшин, В.Ғ.Шәйхетдинов ингән.

Башҡортостан республика һынлы сәнғәт йәмғиәте, балалар художество мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, художество уч‑ùелары, колледждары, вуздары һ.б. педагогтарының йәмәғәт ойошмаһы. 1990 й. Өфөлә асыла. Ойоштороу иниöиаторы — А.А.Кузнецов. Ойошма составына 200 педагог инә. 1991 й. йәмғиәт тарафынан йыл да үткәрелә торған А.А.Кузнеöов ис. Бөтә Рәсәй балалар сәнғәт ижады конкурс‑күргәҙмәһе ойошторола.

“Мираҫ”, художество төркөмө. 1991 й. Нефтекама ҡ. ойошторола, 1999 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Составына В.С.Билалов, И.Ф.Ғиләжев, А.И.Латкин, В.К.Сирин, Ю.Ф. Туник, Р.Л.Әхмәтгәрәев инә. 1994 й. башлап Нефтекамала “Мираҫ” картиналар галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) эргәһендә эшләй. Күргәҙмәләре Нефтекамала, Өфөлә үткәрелә.

“Рөстәм”, художество төркөмө. 1995 й. Октябрьский ҡ. ойошторола. Етәксеһе — Д.В.Йосопов. Составына монументаль сәнғәт һәм баҡса‑парк скульптуралары өлкәһендә эшләгән биҙәүҡулланма сәнғәте скульпторҙары, оҫталары инә.