ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ, адм.‑команда иҡтисады шарттарында предприятиела, производство берекмәһендә йәки уларҙың бүлексәләрендә хужалыҡ эшмәкәрлеген сығымдарҙы һәм продукция етештереү һөҙөмтәләрен сағыштырыу нигеҙендә алып барыу формаһы. Х.и. төп принциптары: пр‑тиеларҙың хужалыҡ итеү яғынан үҙ аллы булыуы, коллективтың һәм айырым хеҙм‑рҙәрҙең матди яҡтан ҡыҙыҡһынған һәм яуаплы булыуы. Х.и. ваҡытында пр‑тиела производствоны үҫтереү, торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө, матди дәртләндереү, соц.‑мәҙәни саралар фондтары ойошторола. Х.и. ижтимағи яңыртып етештереү ихтыяждары талаптарына ярашлы үҙәкләштерелгән дәүләт планлаштырыуы сиктәрендә алып барыла. Баҙар иҡтисады шарттарында “коммерция иҫәбе” термины ҡулланыла. Башҡортостанда Х.и. б‑са эшләгән тәүге пр‑тиелар колхоздар була. Яңы иҡтисади сәйәсәткә ярашлы Х.и. башлыса сәнәғәт пр‑тиелары күсә. 1965 й. иҡтисади реформа ваҡытында (тулыһынса Х.и. совхоздар күсерелә) һәм үҙгәртеп ҡороу йылдарында (төҙөлөш, транспорт пр‑тиелары, производство өлкәһенә ҡарамаған учреждениелар һ.б.) киң үҫеш ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов