ХУЖИН М.Ә. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Саҡмағош р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы – Иҫке Бәшир ауылы. Составына 5 комплекслы бригада, 3 һөтсөлөк фермаһы, йәш һыйыр малын үҫтереү б‑са 2 ферма, йәш һыйыр малын һимертеү б‑са ферма, умарталыҡ һ.б. инә. 2006 й. 270 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренеңмайҙаны 9357 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 7086 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 52,8, шәкәр сөгөлдөрө— 233,3, көнбағыш (орлоҡ) — 23,3; 18473,2 т иген, 4199,8 т шәкәр сөгөлдөрө, 466 т көнбағыш етештерелгән. Һыйыр малы һаны — 2000 (630 һыйыр); һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3007 кг; 1789,4 т һөт, 196,5 т ит етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1960 й. бер нисә хужалыҡ базаһында М.В.Фрунзе ис. к‑з булараҡ ойошторола, 1998 й. алып ААЙ, 1999 й. — М.Ә.Хужин ис. ААЙ, 2000 й. хәҙ. статусын ала, 2005 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1991 й. алып хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүҙең интенсив технологияһы ҡулланыла. Хужалыҡ м‑н Х.Х.Зәйнуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

 

Тәрж. Г.А.Миһранова