ХУНАФИН Һәүбән Нурлығаян улы (7.7.1937, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ҡаръяуҙы а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. табибы, РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2007), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Шаран үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1962 й. алып Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы. 1970 й. башлап БДМУ‑ла: 1989—2010 йй. термик травма һәм трансфузиология курстары м‑н ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2006 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑ты дир., 2001—03 йй. дауалау эштәре б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының хирургия ауырыуҙары булған сирлеләрҙе диагностикалау, дауалау һәм реабилитациялау проблемаларына, бешеү йәрәхәте алған ауырыу­ҙарға ашығыс һәм махсус мед. ярҙамын ойоштороуҙы камиллаштырыуға арналған. Х. ҡатнашлығында ҡорһаҡ ярыһының йәбешмә ауырыуы, операциянан һуңғы донор яраларын дауалау, термик травма булғанда некротомия ысулдары һ.б. эшләнә. 1030‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 87 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2013).

Хеҙм.: Специфическая и неспецифическая профилактика и лечение инфекционных осложнений у больных с ожоговой травмой. Уфа, 2004 (авторҙ.); Справочник по скорой медицинской помощи. Уфа, 2007 (авторҙ.); Ожоги и отморожения челюстно‑лицевой области. Комплексное лечение с применением фитопрепаратов. Уфа. 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина