ХУРАМШИН Тәлғәт Закир улы(1.5.1932, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ибраһим а. — 3.3.2019, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976, 1985). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1951 й. алып Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1956 й. башлап Яңы Өфө НЭЗ‑ында: өлкән механик, 1961 й. алып цех нач., 1964 й. — партия ком‑ты секретары, 1965 й. — директор. 1977 й. башлап КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында директор. 1978 й. алып СССР‑ҙың Нефть продукттары м‑н тәьмин итеү б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе, 1989 й. башлап Бөтә Союз нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында баш инженер, 1992 й. — Башҡ‑н сауҙа һәм технологиялар йорто (бөтәһе лә — Мәскәү) ген. дир., президенты, 1995—2002 йй. БР‑ҙың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары. Х. етәкс. Яңы Өфө НЭЗ‑ы нефтехимия сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтенең иң алдынғы пр‑тиелары иҫәбенә инә; уның ҡатнашлығында риформингының һәм гидротаҙартыуҙың ҡатнаш ҡулайламаһы проекты эшләнгән һәм төҙөлгән. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. РСФСР ЮС‑ының 10‑сы, БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1974). Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Анализ и планирование эффективности производства на основе чистой продукции. Уфа, 1975 (авторҙ.).

А.З.Хурамшин

Тәрж. А.Н.Күсеев