ХЫЗЫР, мосолман мифологияһында Яҡын Көнсығыштың исламға тиклемге мифологияһының төрлө персонаждарының һыҙаттарын үҙендә туплаған персонаж, әүлиә. Легендаларға ярашлы, тере һыу сығанағын эҙләп табып, унан һыу эскән һәм үлемһеҙгә әйләнгән. Диңгеҙ сәйәхәтселәрен ҡурсалаусы, диндар кешеләрҙе, кәмһетелгәндәрҙе яҡлаусы. Х. күп пәйғәмбәрҙәрҙең, ш. иҫ. Мөхәммәттең, остазы һәм кәңәшсеһе һанала. Уны йыш ҡына ҡоро ерҙә сәйәхәт итеүселәрҙең ҡурсалаусыһы Ильяс м‑н тиңләйҙәр. Урта Азияла Х. үҙен күргән кешеләргә муллыҡ һәм бәхет килтереүсе диндар ҡарт ҡиәфәтендә күҙаллана. Башҡорттарҙа Хызыр ғәлиәссәләм, Хызыр Ильяс исемдәре м‑н билдәле. Ышаныуҙар б‑са, аҡ кейемле һәм оҙон таяҡлы ҡарт йәки хәйерсе ҡиәфәтендә ил гиҙә һәм кәрәк саҡта ярҙамға килә. Юлға сығырға йыйынған кешегә: “Хызыр Ильяс юлдаш булһын!”, тип изге теләк те­ләйҙәр. Х. хөрмәтенә доға ҡылалар, ҡорбан салалар (ҡара: Ҡорбан килтереү). “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпостарында, “Бабай, Хызыр, батша” һ.б. әкиәттәрҙә Х. төп геройҙы ҡурсалаусы булып тора.

Төньяҡ һәм көнбайыш башҡорттарында мосолмандарҙың Хызыр һәм боронғо ер эйәһе образдарының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә баҫыуҙарҙы ҡурсалаусы эйә образы барлыҡҡа кил­гән. Хөрәфәттәр б‑са, Х. ыҙан буйлап елән салғыйын елберләтеп үтә һәм башаҡтарға йән өрә, шуға ла: “Хызыр үткән ерҙә иген мул була”, тиҙәр.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов