ЯЛҒАН САЯНДАР (Pseudoscorpiones), үрмәксе һымаҡтар класы. Яҡынса 2000 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа китап ялған саяны табылған. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 1—7 мм, 6 пар аяҡлы баш‑күкрәктән (хитин ҡалҡаны м‑н ҡапланған) һәм 11 сегментлы киң түңәрәк ҡорһаҡтан тора. Күҙҙәре 1—2 пар, баш‑күкрәктең ян‑яғында урынлашҡан (ҡайһы берҙәренеке булмай). Хелицерҙары ҡыҫҡыс рәүешле, педипальпалары (аяҡ‑һәрмәүестәр) ҙур, ҡыҫҡыслы. Йөрөү аяҡтары 4 пар, тырнаҡтары һәм имгестәре була. Трахеялары ҡорһағының 2—3‑сө сегментында асыла. Айырым енеслеләр. Аталандырылған йомортҡаларын ҡорһаҡтағы үрсеү камераһына һала, унда төләүҙән һуң оло затҡа оҡшаш протонимфаға, тағы 3 тапҡыр төләгәндән һуң оло затҡа әйләнеүсе ҡарышлауыҡтар сыға. 2—3 йыл йәшәй, енси яҡтан йәшәүенең 2‑се йылына өлгөрә. Ваҡ талпандар һәм бөжәктәр м‑н туҡлана. Диам. бер нисә мм булған оя яһай. Урман үләндәре түшәмәһендә, ҡайыр, таш аҫтында, умыртҡалыларҙыңояларында һәм өңдәрендә, торлаҡтарҙа, китап һаҡлау урындарында йәшәй. Зарарлы бөжәктәр һанын көйләүҙә ҡатнашыуы м‑н файҙалы.

М.Ғ.Миһранов Тәрж. Г.А.Миһранова