ХӘБИБРАХМАНОВА Людмила Ивановна (10.4.1951, Барановичи ҡ.), рәссам. Дизайнерҙар союзы ағзаһы (2005). Юғары художество‑сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1978) Өфө пр‑тиеларында рәссам булып эшләй, 1980 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта.

Күбеһенсә биҙәүҡулланма сәнғәте өлкәһендәге нәфис текстиль сәнғәтендә эшләй: балаҫ туҡыу (сәскә төшөрөлгән өбөрөлө балаҫтар серияһы; йөн, 1978), мәкрәмә (“Архитектура ритмдары”; етен бау, 1995), һалҡын батик (“Ваҡыт коридорҙары”; ебәк, анилинлы буяуҙар, 2010). Башҡортостанда классик гобелен сәнғәтенә нигеҙ һалыусы (“Бала саҡ”; йөн, 1980). Шулай уҡ рәсем сәнғәте, уникаль графика, дизайн өлкәһендә эшләй. Шиғырҙар авторы; әҫәрҙәренә комп. А.Р.Сәлмәнова вокаль циклдар, оратория һ.б. ижад иткән. 1978 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (2001, 2009).

Әҫәрҙ.: Взгляд в третье тысячелетие: сб. стихов. Уфа, 2009.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно‑прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст. Уфа, 2002; Янбухтина А.Г. Декоративное искусство Республики Башкортостан. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова