ХӘБИБУЛИНА Наталья Ивановна (5.9.1955, ТР‑ҙың Бөгөлмә ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2001), проф. (2002). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1979). 1982—83 йй. “Советское государство и право” (“Совет дәүләте һәм хоҡуғы”) ж. мөхәррире (Мәскәү). 1986 й. алып 34‑се урта мәктәп, 1987 й. — Ока буйы мәктәп‑интернаты (икеһе лә — Рязань ҡ.) уҡытыусыһы. 1991 й. башлап ӨЮИ‑ла, 2002 й. — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.(юридик ф‑т деканы). 2004 й. алып Рәсәй суд эшмәкәрлеге акад. (Мәскәү). Фәнни тик­шеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһының дөйөм проблемаларына арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Юридическая техника и язык закона. СПб., 2000; Толкование права: новые подходы к методологии исследования. СПб., 2001.

Тәрж. М.Х.Хужин