ХӘБИБУЛЛИН Алик Ғәлимйән улы (21.7.1954, Калининград өлк. Приморье ҡсб), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2001). Полиция ген.‑лейт. (2011). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1978). 1982 й. алып Бөтә Союз совет ҡануниәте ҒТИ (Мәскәү) хеҙм‑ре. 1983 й. башлап СССР ЭЭМ‑ының Юғары тәфтиш мәктәбе (Волгоград ҡ.), 1986 й. — СССР ЭЭМ‑ының Рязань юғары мәктәбе уҡытыусыһы. 1989— 2003 йй. ӨЮИ‑ла дәүләт‑хоҡуҡ дисциплиналары каф. нач., 1996 й. алып БР Конституция Суды судьяһы. 2003 й. башлап (өҙөклөк м‑н) РФ эске эштәр министры ярҙамсыһы, 2006 й. — РФ ЭЭМ‑ының Иҡт. именлек акад. нач., 2011 й. алып МДУ‑ла (2012 й. башлап Юғары дәүләт аудиты мәктәбенең иҡт. һәм финанс тикшеренеүҙәр каф.мөдире;бөтәһе лә — Мәскәү). Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡтың дөйөм теорияһы, конституцион хоҡуҡ, политология проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Научные основы типологии государства. СПб., 1997; Государство (республика) в составе Российской Федерации: теоретико‑методолог. и правовые аспекты. СПб., 2001 (авторҙ.); Стратегическая безопасность российского государства: политико‑правовое исслед. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. М.Х.Хужин