ХӘБИБУЛЛИН Булат Нурмый улы (24.5.1958, ТАССР‑ҙың Бәйрәкә а.), математик. Физика­матем. ф. д‑ры (1993), проф. (1996). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1980), 1983 й. алып шунда уҡ эшләй (1995 й. башлап юғары алгебра һәм геом. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге функциялар теорияһын үҫтереүгә арналған. Х. тарафынан субгармоник функцияларҙың асимптотик тотошо, аналитик функциялар арауыҡтарындағы йомоҡ идеалдар һәм аҫ модулдәр, голоморф йәки дифференциацияланған функцияларҙың ауырлыҡ арауыҡтарында спектраль синтез мәсьәләләре тикшерелә; аналитик функциялар арауыҡтары өсөн функция системаларының тулылығын өйрәнгәндә, Пэли проблемаһын сисеүҙә һ.б. ҡулланылған күмәклектәрҙе тасуирлау (нуль булыу, бер генә булыу, бер генә булмау) ысулы уйлап табыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Полнота систем экспонент и множества единственности. Уфа, 2011.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов