ХӘБИБУЛЛИН Ғәбдрахман Сөләймән улы (7.1.1903, Томск ҡ. — 19.9. 1969, Өфө), йырсы (бас). РСФСР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1949) артисы, БАССР‑ҙың халыҡ (1947) һәм атҡ. (1942) артисы. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлаған (1938; Е.А.Милькович класы). 1931 й. алып Себер крайының Сәнғәт йортондағы (Новосибирск ҡ.) агитация бригадаһы етәксеһе, 1932—33 йй. Мәскәү үҙәк татар эшселәр театры артисы, 1938—63 йй. БДОБТ солисы. Күренекле йырсы, башҡорт опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, башҡорт вокаль башҡарыу оҫтаһы. Тәьҫирле тауышҡа, сағыу актёрлыҡ һәләтенә эйә булған. Х. үтә характерлы драматик, ш. уҡ комик образдарҙы ла уңышлы ижад иткән. 50‑нән ашыу партия башҡарған: Судья (“Тирмәнсе ҡыҙы”; дебют, 1938), Цунига (“Кармен”, Ж.Бизе), Спарафучилле (“Риголетто”, Дж.Верди), Дон Базилио (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Кончак (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин) һ.б. Милли операларҙа иҫтә ҡалырлыҡ сағыу герой образдары тыуҙырған: Ҡужаҡ (“Ир‑Тарғын”, Е.Г.Брусиловский), Солтанбәк (“Аршин мал алан”, У.А.Гаджибеков), Серлебай (“Айһылыу”, М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейко), Мулла (“Ҡоҙаса”, З.Ғ.Исмәғилев) һ.б. Ҡолой (“Һаҡмар”, Вәлиев, 1940), Тапҡырхан (“Мәргән”, А.А.Эйхенвальд, 1940), Старшина (“Ҡарлуғас”, Н.К.Чемберджи, 1941), Ҡәһҡәһә (“Аҡбуҙат”), Солтан (“Азат”, Р.Ә. Мортазин, 1949), Юлай Аҙналин (“Салауат Юлаев”), Аяҙғол (“Шәүрә”) партияларын; Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.В.Сәлмәнов һ.б. бер нисә әҫәрен тәүге башҡарыусы. Х. концерт репертуарына башҡорт, татар, урыҫ һәм сит ил композиторҙарының йырҙары, романстары, ариялары һәм дуэттары, башҡорт (“Азамат”, “Аҡһаҡҡола”, “Ирәндек”, “Урал”, “Һыр”), татар (“Ҡара урман”, “Райхан”, “Шиңгән сәскәләр”) халыҡ йырҙары һ.б. ингән. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашҡан (1955). Рәсәй һәм СССР буйлап гастролдәрҙә булған. Ленин (1955), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почёт Билдәһе” (1955) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ахмадиева Р.Р. Габдурахман Хабибуллин. Уфа, 1973.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова