ХӘБИБУЛЛИН Мөбәрәкша Сафиулла улы (23.4.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Талас‑Моҡша а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Талас а., — 9.11.1997, Бәләбәй ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1937 й. алып “Башнефть” АНК‑нда: 1945 й. башлап “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры, 1951 й. алып оператор, 1960—77 йй. “Аксаковнефть” НГДУ‑һында, 1978 й. башлап Бәләбәй быраулау эштәре идаралығында эшләй. Х. ҡатнашлығында тәрәндән алған үҙәктән ҡыуыусы электр насостары өсөн түгеү ҡоролмаһы эшләнгән. Х. инициативаһы б‑са скважиналарҙы вышкаһыҙ эксплуатациялау технологияһы индерелгән. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Тәрж. А.Н.Күсеев